Үҙ пациенттарына йәш табип-педиатр Айгөл Нуриева ошо рәүешле кейенеп йөрөй. Ул Ковид 19 диагнозы куйылған балалар менән эшләй. Был эшкә үҙ ирке менән тотонған. Балаларҙы дауалау менән бер рәттән ирекмәндәр эшмәкәрлеген дә алып бара. Шуға ла, медицина кәрәк-яраҡтарынан тыш ҡулында мохтаж ғаиләгә тип тәғәйен аҙыҡ-түлек пакеты ла бар.
Табиптар араһында ирекмәнлек эшен үҙ итеүселәр бихисап. Айырыуса ошо һөнәрҙе һайлаған студенттар араһында. Башҡорт медицина университетының тотош бер корпусы волонтерҙар үҙәгенә әйләндерелгән. Улар рәсми теркәлеү иғлан ителгәнгә тиклем үк күпләп волонтерҙар рәтенә инергә теләк белдергән.
Башҡаларға ярҙам итәм тип, ҡурҡыныс сирҙән үҙҙәре ҡотола алмаған иремкәндәр ҙә юҡ түгел. Был хаҡта төбәк етәксеһе Радий Хабиров волонтерҙар хәрәкәте вәкилдәре менән онлайн осрашыуҙа та әйтеп үтте.
Үҙ изоляция режимын кәметеү менән ҡыҙыу линияға шылтыратыусылар һаны ла бер ни тиклем кәмегән, әммә күпкә түгел. Ошо колл-үҙәккә генә тәүлек әйләнәһенә алты йөҙ самаһы мөрәжәғәт ҡабул ителә. Әңгәмә аҙағында әлеге ваҡытта һәр кем өсөн иң кәрәкле теләктәр яңғырай.
Ҡыҙҙар ғаризаны кәрәкле үҙәккә юллаясаҡ. Биш мең ирекмәндең берәүһе уны бөтә яуаплылыҡ менән үтәйәсәк, ошо рәүешле мохтаж кешегә тулы ярҙам күрһәтеләсәк. Хәҙер волонтерҙар хәрәкәте эшмәкәрлеге бөтә республика буйынса яйға һалынған. Ирекмәндәрҙең үҙ- ара аралашыуында ла тотҡарлыҡтар юҡ. Ай ярым элек хәл башҡа ине, ҡатмарлыҡтар ҙа байтаҡ булды, тип хәтеләй Айгөл Нуриева. Йәш табип-педиатр ирекмәндәр үҙәген ойоштороуҙа ҡатнашҡан беренсе йәмәғәтселәрҙең береһе. Әле лә ул сәләмәтлек һағында, беренселәр рәтендә.