“Рус капиталы” банкы менән Башҡортостан араһында хеҙмәттәшлек

Тулыраҡ: “Рус капиталы” банкы менән Башҡортостан араһында хеҙмәттәшлек

Башҡортостан Хөкүмәте һәм “Рәсәй капиталы” банкы араһында “Социнветбанк” финанс ойошмаһын һауыҡтырыу буйынса саралар планы тураһындағы Килешеүгә ҡул ҡуйылды. 2016-сы йылға тиклем иҫәпләнгән документта банкты үҫтереү, уның эшмәкәрлеген камиллаштырыуға бәйле төп саралар билдәләнгән. Башҡортостандың төп финанс ойошмаларының береһе “Социнвестбанк”тың банк-ара кредиттарының 8 миллиард һумға етеүе сәбәпле, июль айында ойошманың эше туҡтатылғайны. Бары тик республика етәкселеге ярҙамы менән генә, банк ҡайтанан эш башланы. Был юлы ла саралар планын төҙөү, һәм уның төп маҡсаттарын бойомға ашырыу төбәктең башҡарма власть органдары менән берлектә алып барыласаҡ.