Ауыл фельдшерҙарына хөкүмәт ярҙамы күрһәтеләсәк

Тулыраҡ: Ауыл фельдшерҙарына хөкүмәт ярҙамы күрһәтеләсәк

Башҡортостанда ауылда эшләргә теләгән фельдшерҙарға 400 мең һум аҡса түләү планлаштырыла. Һаулыҡ һаҡлау министры Әнүәр Бакиров әйтеүенсә, әле тармаҡта 39 меңдән ашыу фельдшер эшләй. Шул уҡ ваҡытта, ауыл ерендә хеҙмәткәрҙәрҙең 8 проценты пенсияға сығыу йәшендә, өс-дүрт йылдан кадрҙарға ҡытлыҡ булыуы ихтимал. Ошо проблеманы хәл итеү өсөн Башҡортостан хөкүмәтендә "Ауыл фельдшеры" тигән ҡарар проекты әҙерләнгән. Бюджеттан 36 миллион һум бүлеү ҡарала. Әйткәндәй, 2012 йылдан эшләп килгән "Ауыл табибы" программаһы буйынса Башҡортостанда ауыл дауаханаларына меңдән ашыу табип эшкә урынлашҡан.