Сауҙа ҡағиҙәләрен һанламаусылар яуаплылыҡҡа тарттырылырға тейеш. Тик, ҡайһы бер эшҡыуарҙар ҡағиҙәләрҙе боҙоп эшмәкәрлеген дауам итә. Совет районы хакимиәте вәкилдәре урамдағы законһыҙ сауҙа менән тәүге тапҡыр ғына осрашмай. байрамдар, ял көндәре алдынан эшҡыуарҙан айырыуса әүҙемләшә, ти белгестәр. Рөхсәт ителмәгән урында балыҡ һатыусы ханым уларҙың ҡайҙан килтерелгәнен дә, һатыу өсөн рөхсәт ҡағыҙҙары бармы- юҡмы икәнен дә белмәй. Төрлө саралар күреүгә ҡарамаҫтан, рөхсәт ителмәгән урындарҙа һатыу итеү туҡтамай. Беренсе ноябргә тиклем урамда һөт, емеш-еләк менән сауҙа рөхсәт ителһә, аҙыҡ-түлекте асыҡ ерҙә бөтөнләй һатыу тыйыла. Ошоно белә тороп та ҡайһы бер һатыусылар үҙ закондарын урынлаштырырға тырыша.Тик хәйләкәр һатыусының административ комиссия вәкилдәре менән бәхәсләшеүе оҙаҡҡа барманы. Аҙыҡ-түлек ябыҡ ҡаптарҙа булыуға ҡарамаҫтан уларҙы ла һатыу рөхсәт ителмәй, ти белгестәр. Күптәр урам буйынан алынған аҙыҡтың һаулыҡҡа зыянлы булыу ихтималлығы хаҡында ишетһә лә, осһоҙораҡ тип, аҡсаларын тыштағы сауҙа нөктәләрендә ҡалдырып китә.Урамда тәҡдим ителгән аҙыҡ-түлектең сифаты тикшерелмәй. Халыҡ та хәүефһеҙлек хаҡында бөтөнләй уйламай. Билдәләнмәгән урындарҙа сауҙа итеүселәрҙең күп осраҡта кәрәкле документтары булмай сыға. Белгестәр асыҡлауынса, иң күп урам сауҙаһы Совет районында теркәлгән.Административ комиссия вәкилдәре әйтеүенсә, физик шәхестәргә штрафтар күләме — 500 һумдан алып 1 мең 500 һумға, юридик шәхестәргә иһә 20 мең һумдан 40 мең һумға тиклем барып етә. Әммә урам сауҙаһы туҡтамай.
Өфөлә урам буйында аҙыҡ-түлек һатыу тыйылған
Тулыраҡ: Өфөлә урам буйында аҙыҡ-түлек һатыу тыйылған