Берҙәм дәүләт имтиханын урап үтеүме, тиҙерәк һөнәр үҙләштереп эш менән юғары белем алыуҙы аралаштырыумы. Колледж һәм техникум тамамлаусыларҙың артабан уҡыу теләге йәнә бәхәстәр тыуҙырҙы. Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеүҙең яңы тәртибен раҫланы. Әлегә тиклем уны йыл һайын раҫлайҙар ине. Хәҙер ҡабул ителгән документ даими, ә абитуриенттар өсөн ҡабул итеү кампанияһының бөтә нескәлектәре алдан билдәләнергә тейеш. Курсташтар Розалия менән Эльза урта һөнәри белем биреү йортонда туризм нескәлектәрен өйрәнә. Ошо өлкәлә белемен юғары уҡыу йортонда дауам итергә уйлайҙар. Шуға ла берҙәм дәүләт имтиханы тураһындағы бәхәстәр ҡыҙҙарҙың даими иғтибары үҙәгендә. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары араһында колледж тамамлап уҡырға инеүселәр һаны ситтән тороп уҡыу бүлегендә 80, көндөҙгөлә 30 процентҡа етә. Был белем биреү йорто үҙ йүнәлешендәге урта махсус һөнәри уҡыу йорттары менән тығыҙ бәйләнештә эшләй.Рәсәйҙә абитуриенттарҙы быйыл 900 юғары уҡыу йорто, меңдән ашыу филиал көтә. Бюджет урындарына 500 мең кеше дәғүә итә ала. Мәғариф һәм фән министрлығы раҫлаған ҡағиҙәләргә ярашлы, юғары белем алырға теләгән колледж һәм техникум тамамлаусыларҙың вуздарға Берҙәм Дәүләт Имтиханы йомғаҡтары түгел, ә уҡыу йорто билдәләгән ҡабул итеү һынауҙары һөҙөмтәләре буйынса инеү мөмкинлеге бар. Һәм ул артабан да һаҡлана. Бындай абитуриенттар өсөн шулай уҡ шәхси ҡаҙаныштар исемлеге киңәйтелгән. Волонтер эшмәкәрлеге, ижади конкурстарҙа еңгән, ГТО билдәһе өсөн 10 балл өҫтәлә. Рәсәй йыйылма командаһы ағзалары 2016-сы йылда юғары уҡыу йорттарына имтихандар тапшырмайынса ла ҡабул ителә. Иң ҙур отош иһә Бөтә Рәсәй олимпиадаларында еңеүселәр өлөшөнә төшә. Уларҙың һөҙөмтәләре йәнә дүрт йыл ғәмәлдә ҡала.
Юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеүҙең яңы тәртибе раҫланды
Тулыраҡ: Юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеүҙең яңы тәртибе раҫланды