Италияның именлек хеҙмәттәре тулы әҙерлеккә килтерелгән. Американың федераль тикшеренеү бюроһының террор ихтималлығы тураһында иҫкәртеүенән һуң рәсми Рим ошондай ҡарарға килгән. Ватиканда Изге Петр майҙанында металл эҙләүсе ҡоролмалар ҡуйылған, Рим һәм Миланда метрола поездар хәрәкәте туҡтаған.
Рәсәй оборона министрлығы Сүриәлә ИГИЛ төркөмсәһе һуғышсылары позицияларын һауанан утҡа тотоуҙы ике тапҡырға арттырған. Тактик авиациянан тыш стратегик ракета йөрөтөүселәр ҙә йәлеп ителгән. Террор төркөмөнөң боеприпастары һәм ҡоралы, техника һәм шартлатҡыс эшләү оҫтаханалары юҡ ителгән. Париждағы террор ғәмәлдәренән һуң Рәсәй, Франция һәм Ҡушма Штаттар Сүриәлә ИГИЛ төркөмсәһен көн һайын тиерлек утҡа тота.
Был видеола Ҡытайҙа 50 һыҙатлы юлда автомобиль тығыны төшөрөлгән. Был тығынға юл-транспорт фажиғәһе сәбәпсе түгел тип иҫкәртә видео авторҙары. Баҡтиһәң, Пекинға ингәндә водителдәргә мотлаҡ юл өсөн түләргә кәрәк икән. Терминалдар аҙ булғанлыҡтан бына ошондай тығындар барлыҡҡа килә.
Планетологтар яңы планета барлыҡа килеүенә шаһит булған. Ул ер шарынан бик алыҫ та урынлашҡан. Шуға ҡарамаҫтан, ғалимдар уның газ һәм туҙанды һурыуын күрә алған. Шулай итеп, йыһанда тағы ла бер планета барлыҡҡа килде тип хәбәр итәләр планетологтар.