Аҡса булһа бер муҡса

Тулыраҡ: Аҡса булһа бер муҡса

Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры быйылғы миҙгелдә икенсе премьераһын тәҡдим итте. Театр сәхнәһендә билдәле драматург Мөҙәрис Багаевтың «Аҡса булһа бер муҡса…» исемле музыкаль комедияһы ҡуйылды. Тамашасылар был спектакльде көтөп алды. Премьераның тәүге көнөндә залда буш урындар юҡ ине. Музыкаль комедия авторы әйтеүенсә, әҫәрендә ул тәү сиратта хәҙерге заманда төп ҡиммәттәрҙең үҙгәрә барыуы нисек йәмғиәткә йоғонто яһауын һүрәтләргә тырышҡан.Шулай итеп, милли йәштәр театры сәхнәһендә аҡса һәм мөхәббәткә бәйле тарих. Минзәлә ҡалаһына Ҡазандан өйләнмәгән бай сауҙәгәр килеүе хаҡында ишетеп ҡалған ике бай, буй еткән ҡыҙҙарын кейәүгә бирергә була. Әммә ҡыҙҙарҙың күңелендә инде аталарының ниәтенә бөтөнләй тап килмәгән мөхәббәт уты дөрләй. Хисле тамашаға актерҙар етди әҙерләнгән.Сағыу костюмдар, йыр, бейеү, урынлы юмор һәр кемдең күңеленә хуш килгәндер. Тамашасы өсөн тағы бер яңылыҡ – спектакльдә музыка һәм йырҙар тере тауыш менән башҡарылыуы. Сәхнә оҫталары әйтеүенсә, ролдәрҙе башҡарыу менән бергә тереләй йырлау ҡыйынға тура килһә лә, был яңылыҡ улар өсөн ҙур ҡаҙаныш. Театрға килеүселәр, сәхнәлә оркестрҙың артистар менән бергә уйнауын да күҙәтә алды.