Күптәр быға ышанмай ине. Әммә был дөрөҫлөккә тап килде. Ике ай эсендә Өфө эргаһендә яңы инфекцион госпиталь ҡалҡып сыҡты. Медицина ҡорамалдарын яйға һалыу һәм персоналды өйрәтеү эше генә ҡалды. 1 июнь дауахана тәүге пациенттарын ҡабул итәсәк.
Апрель башында ғына бында ҡола ялан ине. Бер ай эсендә төҙөүселәр бинаны төҙөп ултыртты. Шундай уҡ ваҡыт арауығында Өфө эргәһендә тулы матур дауахана ҡаласығы ҡалҡып сыҡты. Инфекцион үҙәктең ете корпусы Башҡортостандың гербында урын алған ҡурайҙың ете тажын хәтерләтә. Комплекстың техник асылыуында Башҡортостан хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Андрей Назаров ҡатнашты. Ул корпустар буйлап операция палаталарын, башҡарылған эштең сифатын баһаланы.
Өфө районының яңы медицина үҙәге 470 пациент өсөн тәғәйен. Дауаханала һәммәһе 100 бокслы һәм реанимациялы палаталар ойошторолған. Пациенттар ағымы бер-береһе менән киҫешмәһен өсөн урамдан һәр палатаға айырым инеү ишеге ҡаралған. Ҡулайлыҡтарҙан санузел, телевизор һәм иң мөһиме — индивидуаль һауа алмаштырыу системаһы. Бынан тыш үҙәккә ауыр хәлдәге пациенттар өсөн үпкәне яһалма тын алдырыусы 72 аппарат килтерелгән.
Инфекцион үҙәктең дөйөм майҙаны 16 мең квадрат метр. Унда 2 дауаланыу һәм 1 реанимация бүлеге бар. Һәр бер бүлеккә икешәр корпус ҡаралған. Бынан тыш административ бина ла бар. Тап ошонда пациенттарҙы дауахананан өйҙәренә ҡайтарыу ойоштороласаҡ.Өҫтәмә корпустарҙа дарыухана, йыуыу бүлмәһе, диагностика лабораторийы комплексы , дезинфекция станцияһы һәм медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн дөйөм ятаҡ.
Госпитальдең асылыуы июнь аҙағына планлаштырылған, әммә төҙөлөш бер ай алдан тамамланған. Эшселәр бында тәүлек әйләнәһенә эшләне. Төҙөлөштөң һуңғы этабында объектты меңдән ашыу эшсе башҡарған. Бындай юғары күрһәткестәр дөйөм тырышлыҡ һәҙәмтәһе. Барыһы ла үҙәктең тотош республика өсөн ни тиклем мөһим икәнлеген яҡшы аңлай.
Инфекцион үҙәктә медицина ҡорамалдарын яйға һалыу һәм персоналды өйрәтеү эше генә ҡалған. 1 июнь дауахана тәүге пациенттарын ҡабул итәсәк.