Республикала авариялар һаны егерме процентҡа кәмегән. Берәүҙәр бындай һандарҙы үҙаллы изоляция, ә икенселәре иһә быйыл Башҡортостан юлдарында күпләп ҡуйылған фото һәм видеотеркәү камераһына бәйләй.
Автоһәүәҫкәрҙәр тураһында бөтә мәғлүмәт сәғәт һайын тиерлек ҡағыҙға баҫылып сығарыла. Һуңғы өс көндә генә 50 меңгә яҡын административ хоҡуҡ боҙоусылар теркәлгән. Йәғни, бер көн эсендә 16 мең водитель ҡағиҙә боҙған.
Халыҡ телендә киң таралған “бәхет хаттары” шунда уҡ водитель адресына ебәрелә. Әгәр ҙә алынған штрафты ике йыл эсендә түләмәһәң ул юҡҡа сыға, тип ышана ҡайһы берәүҙәр. Ләкин административ хоҡуҡ боҙоусының штрафы шул килеш ҡала.
Республика транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәте буйынса, Башҡортостан юлдарында йыл башынан алып 459 фото-видео теркәү ҡорамалдары ҡуйылған. Шуларҙың 69 күсмә камералар.
Республикала әле бөтәһе 999 фото һәм видео теркәү комплексы эшләй. Шуларҙың 930 стационар. Камера тәүлек әйләнәһенә төшөрә. Ул ике йылдан һуң махсус тикшереү үтәсәк.
Фото-видео теркәү комплексы водительдең юғары тиҙлектә килеүенән тыш, юлды тулыһынса төшөрә, автоһәүәҫкәрҙең светофор сигналына иғтибар итмәүен, һыҙат буйынса хәрәкәт итеүен, автобустар өсөн бүленгән юлдан барыуын да теркәй. Статистика буйынса, әле тиҙлек өсөн штраф күләме үткән йылдағылар менән сағыштырғанда күпкә кәмерәк булыуы ҡыуандыра. Әйткәндәй, республика автоинспекцияһы машинаны һатҡас, ун көн эсендә теркәүҙән төшөргә тәҡдим итә.