Йәй – төҙөлөштәр һәм биләмәләрҙе матурлыу мәле. Пандемия ваҡытында ла Өфөлә парктарҙы, скверҙарҙы реконструкциялайҙар. Башҡалала буласаҡ матур урындар тураһында киләһе сюжетта.
86 йәштә булыуына ҡармаҫтан Фауҡинур Шәрипова һәр йыл һайын йәшәгән йортоноң алдын матурлай. Үҙем көрәк тота алғансы, үҫентеләрҙе ултыртасаҡмын, ти ул. Әле биләмә хуш еҫле сәскәләргә күмелеп ултыра, ағастары ла бар.
Ә был ишек алды ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтә. Комунналь хеҙмәттәр махсус техника ярҙамында Черниковка биҫтәһендәге йорттарҙың биләмәһен тәртипкә килтерә. “Башҡорт ихаталары” программаһы сиктәрендә бында оҙаҡламай фонарҙар, эскәмйәләр барлыҡҡа киләсәк, юлға асфальт та һалына. Иң мөһиме – урындағы халыҡ күптән көтөп алған балалар майҙансығы ла
Пандемия сәбәпле эштәр һуңғараҡ башланған, әммә ваҡытында тамамларға вәғәҙәләйҙәр. Өфөлә йәмғеһе ошондай 35 объектты тапшырырға планлаштыралар.
“Беренсе май” паркында ла реконструкция эштәре тулы ҡеүәттә бара. Өфөлөләрҙең яратҡан ял урынын 30 йыл эсендә бер-нисә тапҡыр төҙөклөндөргәндәр. Әммә был тиклем ҙур үҙгәрештәрҙе кисергән юҡ ине. Эшселәр иҫке уйын майҙансыҡтарын алмаштыра, аллеяларға яңы ағастар ултырта. Парктағы күлде лә таҙартҡандар, уның тирәләй амфитеатр буласаҡ. Ҡараңғыла яҡты булһын өсөн фонарҙар урынлаштыралар. Әйткәндәй, парктың көньяҡ өлөшө ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн асыҡ.
Реконструкция эштәрен йыл аҙағына тамамларға планлаштыралар. Иң мөһиме – аҙаҡ уны тәртиптә тотоу. Төбәк башылғы Радий Хәбиров әйтеүе буйынса, пандемия осоронда ла ҡаланың парктары, скверҙары таҙа булырға тейеш. Шәмбе өмөләре ғәҙәттәгесә уҙғарыласаҡ. Тик санитария нормаларын һәм хәүефһеҙлек сараларын үтәү мөһим.