Яңы төҙөлөп ятҡан Шүлгәнташ музей- комплексы 2020 йылдың аҙағына әҙер буласаҡ. Ошо хаҡта Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә белдерҙе.
Бинаның тышҡы һыҙаттары тулыһынса эргәлә музейҙы уратып алған Урал тауҙарының рельефын ҡабатлай. Инеү урыны ла мәмерйә ауыҙын хәтерләтә. Ә 500 тамашасыға иҫәпләнгән амфитеатрҙа ғилми осрашыуҙар үткәрергә планлаштырыла. Был урындағы тәбиғәттең матурлығын зыян килтермәҫ өсөн барлыҡ төҙөлөш эштәре лә мөмкин тиклем ентекле һәм ипле итеп башҡарыла.