Республикала аҡсалата ярҙам аласаҡ ғаиләләр исемлеге артты

Тулыраҡ: Республикала аҡсалата ярҙам аласаҡ ғаиләләр исемлеге артты

Республикала аҡсалата ярҙам аласаҡ ғаиләләр исемлеген арттырҙылар. Эшһеҙ ҡалған ата-әсәләрҙең өс йәштән алып ете йәшкә тиклемге балалар өсөн пособие түләнәсәк. Был турала хөкүмәт йортонда үткән оператив кәңәшмәлә һөйләштеләр. 2020 йыл башынан Башҡортостанда эшһеҙҙәр һаны өс тапҡырға артҡан. 60 меңдән ашыу кешенең өстән бер өлөшө беренсе марттар һуң эштәрен юғалтҡан. Оперативканың тағы ла бер темаһы – битлек режимы. Һуңғы аҙнала ғына ике мең ярым кешегә тейешле ҡағиҙләрҙе үтәмәгәндәре өсөн штраф һалынған.