Бөгөн — 28 май – илебеҙҙең сик буйы һаҡсылары, пограничниктар байрамы көнө. Ул илебеҙҙә 102 йыл рәттән билдәләнә. Был патриотик көн һәр пограничнигыбыҙ өсөн иң мөһим байрамдарының береһе булып тора. Быйыл сик һаҡсылары һәм ветерандары үҙ байрамдарын өйҙәрендә ҡаршылаясаҡ. Бындай ҡарар Башҡортостан хөкүмәтенең премьер-министр урынбаҫары Ирек Сәғитов етәкселегендә үткән кәңәшмәлә ҡабул ителде. Ҡатнашыусылар ҡарарҙы 28 май — сик буйы һаҡсылары көнөн үҙәренең байрамы, тип иҫәпләгән һәр кемгә лә мотлаҡ еткерәсәктәр.
28 май –сик буйы һаҡсылары көнө!
Тулыраҡ: 28 май –сик буйы һаҡсылары көнө!