Мәҙәни мираҫ объектҡа үткән быуаттың 1930-сы йылдарында “Железнодорожник” төҙөлөш компанияһы хеҙмәткәрҙәре өсөн тәғәйенләнеп нигеҙ һалынған. Тәүҙә уны йоҡлау урыны ғына булыр тип төҙөһәләр, һуңынан бәләкәй фатирҙарға бүлеп сығалар. Күренеүенсә, ике торлаҡ араһын төкәтмә (пристрой) тоташтыра.
Тап ул рус авангардының тарихи мираҫы булып һаҡлана ла инде. Торлаҡ йорт 1930-сы йылдарҙа тәүгеләрҙән булып биш ҡатлы итеп төҙөлөүе менән билдәле. Өҫтәүенә, тап ошо уҡ торлаҡта беренселәрҙән булып газ үткәргәндәр. Тәүге биш ҡатлы йорт яҡынса йөҙ йыл үтһә лә үҙенең тышҡы ҡиәфәтен юғалтмаған.
Билдәле булыуынса, ике ҡатлы корпуста һуңғы йылдарҙа социаль ярҙам итеү үҙәге эшләп килгән. Әле бүлмәләләрҙә лә ремонт эштәре бара. Мәҙәни мираҫ обьектын “Арт-квадрат” проекты компанияһы реставрацияларға тәҡдим иткән. Әле 380 квадрат метр майҙанды биләгән бинала ниндәй компания урын алыуы хәл ителә.
Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы мәғлүмәте буйынса проектты тулыһынса башҡарыу өсөн тарихи, библиографик эҙләнеү эштәре башҡарыласаҡ. Бинаның техник үҙенсәлектәре лә өйрәнелә.Мәҙәни мираҫ объектын реставрациялау эше йыл аҙағында тамамаланыр тип көтөлә.