Донор булырға теләүселәр ҡан тапшырыр алдынан мотлаҡ рәүештә махсус һорауҙарға яуап бирә. Һуңынан үҙенең ҡан төркөмөн һәм гемоглобинын тикшертә. Ҡан тапшырырға теләүселәр, әлбиттә, бындай процедураны беренсегә үтмәй, шулай ҙа ҡағиҙә иҫкә төшөрөү отошлораҡ.
Короновирус йоҡтороусы медицина хеҙмәткәрҙәре бер нисә аҙна эш урынында карантинға ябылғайны. Һауығып сығып, утыҙ көн үткәндән һуң улар үҙ теләктәре менән ковидҡа ҡаршы плазма тапшыра. Донорҙар тапшырған ҡан плазмаһы менән ауыр хәлдәге сирлеләрҙең ғүмерен һаҡлап алып ҡалырға мөмкин буласаҡ.
Ҡан плазмаһы әҙер булғас лабораторияға төрлө актив вирустарҙан таҙартырға ебәрәләр.
Бындай махсус технологиялар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәр төбәктә лә юҡ. Медицина хеҙмәткәрҙәре заманса ҡоралма аша ҡан плазмаһындағы антиматдәләрҙе короновирустан тыш, башҡа ауырыуға ла тикшерәләр. Донорҙың ҡанын алып дауалау учреждениеһына ебәреү өсөн яҡынса һигеҙ сәғәт ваҡыт талап ителә.
Башҡортостанда ауыр хәлдә булған пациенттарҙы антиковид плазмаһы ярҙамында бер нисә аҙна элек дауалай башлағандар. Табиптар бындай ысулды файҙалы тип билдәләй. Әйткәндәй, ковид йоҡторғандан һуң һауығып аяҡҡа баҫҡан граждандар республика ҡан тапшырыу станцияһының доноры була ала.