Эшҡыуарҙар аҙнаһы үтте

Тулыраҡ: Эшҡыуарҙар аҙнаһы үтте
Һәр смена һайын Өфөнөң лак-буяу заводында 5 тоннаға яҡын продукция етештерәләр. Эмаль, буяу, шпатлевканың сифатын лабораторияла тикшереп бар республиканы ошо продукция менән тәъмин итәләр.
Ярты быуат эшләү осоронда етештереү бер генә тапҡыр — коронавирус пандемияһы ваҡытында ике аҙнаға туҡтап тора. Әле эш яйға һалынған. Шулай ҙа һатыу итеү элеккесә түгел, ике тапҡырға кәмене.
Өфө эргәһендәге тәҙрә системаларын етештереүсе компанияға ла әле ауырға тура килә. Улар бер йыл эсендә генә 20 мең тонна профиль етештерә. Илдең 30 төбәге, Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстан менән хеҙмәттәшлек итә. Сиктәр ябылыу экспортҡа ныҡ тәҫьир итә. Пандемия ваҡытында күптәр өйҙән эшләүгә күсеүгә ҡарамаҫтан, етештереү туҡтамай. Шулай ҙа шатланырға әле иртәрәк.
2020 йыл кесе һәм урта эшҡыуарлыҡа ҙур һынауҙар килтерҙе. 26 – сы майҙан 30 майға тиклем республикала Эшҡыуарлыҡ аҙнаһы үтә. Был сараға ярашлы "Милли саҡырыуҙар: көрсөктө төбәктәрҙәге һөҙөмтәле практикалар аша еңеү" тип аталған Бөтә Рәсәй онлайн-конференцияһы булды.
Бизнес-форумда сауҙа үҙенсәлетәре, онлайн, интернет аша һатыуҙы ойоштороу тураһына федераль спикерҙар сығыш яһаны.Эшҡыуарҙар аҙнаһы сиктәрендә кризисты еңеүгә арналған Бөтә Рәсәй онлайн конференцияһы ла ойошторолдо.