Һуңғы ике йылда республикала «Һөт кухнялары» эшен тергеҙеү әүҙем бара. Нефтекама ҡалаһындағы махсуслаштырылған цех бына инде бер нисә аҙна эргә-тирәлә урынлашҡан Әмзә, Энергетик, Арлан һәм Ҡуян ауылдарын һөт продукцияһы менән тәьмин итә. Һөт,кефир, эремсек һәм йогуртты аҙ тәьмин ителгән, 3 йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләр, ауырлы һәм бала имеҙеүсе ҡатындар бушлай ала. Һөт аҙыҡтарын кәрәкле температураны һаҡлаған махсус термоконтейнерҙарға һалып ауылдар буйлап тараталар. Һөт менән тәьмин итеү программаһына эләккән ғаиләләр үҙҙәренә тәғәйенләнгән продуктты алдан һөйләшелгән урындарҙан килеп ала. Ойоштороусылар әйтеүенсә, был мобиль программа оҙайлы ваҡытҡа ҡаралған. Тимәк, Нефтекама «Һөт кухняһы»-ның махсуслаштырылған аҙыҡтарын эргә-тирәләге ауыл халҡы артабан да алып ҡыуанасаҡ.