“Беҙ бергә”

Тулыраҡ: “Беҙ бергә”

Ғәҙәттә, алып барыусылар залда ултырған тамашасыларҙы сәләмләһә, был юлы уларға телевизорҙар аша өндәшергә тура килде. Пандемия сәбәпле, Башҡорт дәүләт филармонияһы 81-се концерт миҙгелен ябыу айҡанлы концертын онлайн режимда уҙғарырға ҡарар итә.

“Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы менән берлектә ойошторолған проект өйҙәрендә үҙ аллы изоляцияла ултырған тамашасыларҙы ла, уларҙы һағынып өлгөргән артистарҙы ла берләштерҙе. Шуға үҙенсәлекле концерттың “Беҙ бергә” тип аталыуы ла осраҡлы түгел.

“Беҙ бергә” ижади онлайн-марафоны ике ай элек старт алды. “Башҡортостан 24” каналы хеҙмәткәрҙәре һәм Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары коронавирус инфекцияһы таралыу ҡурҡынысы янаған мәлдә концерттарҙың тап ошондай форматын уңайлы һәм хәүефһеҙ тип тапты.

Ошо рәүешле март аҙағынан алып “Башҡортостан 24” каналы тамашасылары 5 концертты йорттарынан сыҡмай ғына, телевизорҙар аша ҡарай алды.

Ҡыҙыу гастролдәр мәле үҙ аллы изоляция режимына тура килеүе, өҫтәүенә миҙгелде ябыу айҡанлы концертында ла буш зал алдында сығыш яһау артистарға бер ни тиклем ауырға тура килде. Әммә тамашасыларҙың алҡыштарын ишетмәһәк тә, йөҙҙәрендә йылмайыуҙарҙы күрмәһәк тә, телевизорҙар аша беҙгә миллиондарса тамашасының күҙҙәре ҡарап тороуын белеү дәрт өҫтәне, ти улар

Бындай форматтың ыңғай яҡтары ла юҡ түгел. Беренсенән, видеокамераларға яҙҙырылған концерттар тарих булып һаҡланып ҡаласаҡ. Икенсенән, зәңгәр экрандар аша аралашыу тамашасыларҙың һанын да арттырҙы. Башҡорт дәүләт филармонияһының ҙур тамаша залы 630 самаһы кешене һыйҙырһа, “Башҡортостан 24” каналындағы тура трансляция аша аудитория миллионғаса үҫте. Әммә нисек кенә булмаһын, артистар яңы миҙгелде тамашасылар менән бергә, күҙгә-күҙ ҡарашып ҡаршыларға өмөтләнә.