Башҡортостан райондары дауылдан зыян күрҙе

Тулыраҡ: Башҡортостан райондары дауылдан зыян күрҙе

Уҙған кис республика райондары аша уҙған дауыл арҡаһында зыян күргән ауылдар ҙа бар. Шишмәлә, мәҫәлән, боҙборсаҡтар сейә емешенән ҙурыраҡ булған. Өфө районында яуған боҙборсаҡтың диаметры 4 сантиметрға тиклем етте. Ә Бүздәктә иһә дауыл мәлендә йорттарҙың ҡыйыҡтары емерелә. Хәлдәр Ҡаңны Төркәй ауылында ҡатмарлы. Бында электр бағаналары йорт ҡыйыҡтарына ауған, административ биналар емерелгән.