Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин Башҡортостанда “Алға” айырым иҡтисади зона булдырыу тураһындағы Күрһәтмәне раҫланы. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙып сыҡты. Яңы проект Азиялағы иң ҙур газ һәм химия тауарҙары кластеры буласаҡ. Тап ул урындағы ҡаҙнаға йөҙҙәрсә миллиард һум аҡса инвестициялау мөмкинлеген бирә. Республика иһә инженер, транспорт системаһы, социаль инфраструктура өсөн яуаплы.
“Алға” иҡтисади зонаһы төҙөләсәк
Тулыраҡ: “Алға” иҡтисади зонаһы төҙөләсәк