Торлаҡ йорттарҙа алкоголь эсемлектәр һатыу тыйыла. Өфөлә күп ҡатлы йорттарҙа һәм улар янындағы биләмәләрҙә майҙаны 25 квадрат метрҙан әҙерәк булған йәмәғәт туҡланыу урындарының эшмәкәрлеген тыйыусы закон ҡабул иттеләр. Был кафела закондағы яңы үҙгәрештәр тураһында ишетмәгәндәр.
Элеккеләрен дә иҫләмәйҙәр. Спирты эсемлектәрҙең тәүлек әйләнәһенә һатылғанын һатыусы йәшермәй. Ә ултырырға урындар юҡ. Бындай ялған йәмәғәт туҡланыу урындары республикала бихисап. Хәҙер яңы законпроекты буйынса күп ҡатлы йорттарҙа майҙаны 25 квадрат метрҙан әҙерәк кафелар булмаҫҡа тейеш.
Торлаҡ йорттарҙың беренсе ҡаттарында алкоголь һатыуҙары тураһындағы ялыуҙар бик күп. Ғәҙҙәттә, бындай магазиндар янында мәктәптәр һәм балалар баҡсалары урынлашҡан.Ә был магазинда яңы закон тураһында ишеткәндәр, майҙанын да ҙурайтырға әҙерләнгәндәр. Әммә башҡа етешһеҙлектәр ҙә юҡ түгел.
Хәҙер кафе тип аталыр өсөн 25 квадрат метрҙан ҙурыраҡ майҙан кәрәк, айырым бәҙрәф, өҫтәл һәм ултырғыстарҙың булыуы мотлаҡ. Яңы үҙгәрештәр закон боҙған эшҡыуарҙарҙы асыҡларға ғына түгел, намыҫлы эшләгәндәренә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Әлегә ялған кафеларҙың хужаларына етешһеҙлектәрҙе бөтөрөп, законға ярашлы эшләй башларға ваҡыттары бар.