Легаль булмаған такси машиналары йәнә тикшереү органдарының иғтибар үҙәгендә. Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү хеҙмәте Башҡортостан идаралығы юл хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы менән берлектә рейдҡа сыҡты. Хәҙер юл ҡағыҙын тикшереүҙән тыш санитар нормаларҙың үтәлеүе ҡарала.
Бөтмәҫ машиналар ағымы араһында уларҙы таныуы еңел. Рәсәйҙә етештерелгән автомобилдәр полиция хеҙмәткәрҙәре иғтибарына йыш эләгә. Легаль булмаған йөрөтөүселәр башлыса ошо машиналарҙы ҡуллана. Был водитель битлек кейеү режимына әһәмиәт бирмәй, уның хатта кешеләрҙе йөрөтөү лицензияһы ла юк.
Әммә машина башындағы әйберҙәр, салон тулы пассажирҙар уларҙың осраҡлы кешеләр түгел икәнлеген иҫбатлай. Юл хаҡы 500 йөҙ һумдан бер меңгә тиклем. Хаҡ юлдың оҙонлоғонан тора. Өҫтәүенә, был кеше йөрөтөүселәр, рәсми транспортҡа ҡарағанда уңайлыраҡ, ти пассажирҙар.
Ошондай таксиға ултырып йөрөүҙә бер генә ҡәтғи шарт бар - водитель менән пассажирҙан башҡа бер кем дә белергә тейеш түгел. Был ҡәғиҙә салондағы кешеләрҙе туғандарса яҡынайта. Тик һөйләшеү ваҡытында ғына яңғылыштан, пассажирҙың интернет-сервис менән ҡулланыуы асыҡлана.
Водитель пассажирҙарҙы лицензияһыҙ йөрөткәнен иҫбатлаған осраҡта ҡағиҙәне боҙоусыларға протокол төҙөлә. Штраф күләме ике мең ярым һумға етә. Әммә штраф яҙылғандан һуң водителдың үҙ эшен туҡтатыуы шикле. Был бит бары бизнес сығымдары. Әммә бындай эшҡыуарлыҡтың фәжиғәле булыуы ла ихтимал.
юл хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы күҙәтеүе буйынса, легаль булмаған йөрөтөүселәр автомобилдәре йыш ҡына авария сәбәпсеһенә әйләнә. Бындай эшҡыуарлыҡҡа мәжбүри тотонорға тура килә, ти водителдәр. Бынан тыш медицина тикшереүе, техник торошо тураһында документы булмаған водителдәр өсөн штраф күләме лә юғары, Транспорт сараһын ҡулға алыуға тиклем етә.
Хәүеф аҫтында пассажирҙар ғына түгел, водителдәр үҙҙәре лә. Быға ҡарамаҫтан, ҡыйыу эшҡыуарҙар һаны арта ғына. Етмәһә, улар маска кейеү режимын бөтөнләй үтәмәй. Был хәлгә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров та иғтибар бүлде. Ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү хеҙмәте рейдтары дауам итәсәк әле. Тик ғәҙәти талаптарға хаҙер санитар нормаларҙың үтәлеүен тикшереү ҙә өҫтәләсәк.