Нефтекама ҡалаһында букмекер контораһы исемле аҫтында йәшенеп эшләгән уйын клубын тикшерҙеләр. Закон боҙоусыларҙы ҡулға алыр өсөн көс структураларына махсус операция үткәрергә тура килгән. Был компанияның букмекер контораһы исемлегендә йәшерен эшләп килеүе һәм кешеләрҙе ылыҡтырыуы күптән билдәле.
Әммә ҡомарлы уйын ойоштороусыларын оҙаҡ ваҡыт тотоп булмай. Хоҡуҡ һаҡлау органдары енәйәт эше асҡандан һуң, закон боҙоусыларҙы махсус операция ярҙамында ҡулға алырға тип хәл итә. Әлбиттә, төн уртаһында уйындың ҡыҙыу сағында көс структураларының килеп кереүен ойоштороусылар ҙа, аҡсаларын һауаға осороусылар ҙа көтмәгән.
Уйын клубының ойошторолоу системаһын аңлау өсөн IT-белгестәр ҙә йәлеп ителгән. Улар электр сымдары аша, уйын ҡорамалдарының ҡайҙа тоташтырылыуын асыҡланы. Бының өсөн уларға хатта йәшерен металл ишекте лә ватырға тура килә. Асыҡланыуынса, ҡомарлы уйындар сығарыусы махсус серверҙы ойоштороусылар ергә күмеп йәшергән.
Бындай ысул хатта тәжрибәле тәртип һаҡсыларын да аптырашта ҡалдырҙы. Тәртип һаҡсылары закон боҙоусы уйын клубының документтарын тикшереп, ойоштороусыларҙы ҡулға алды. Ҡомарлы уйын ойоштороусы клуб хеҙмәткәрҙәренә дүрт йылға иркенән мәхрүм итеү янай. Ошо көндәрҙә законды боҙоусыларға ҡарата хөкүм сығарыласаҡ.