1 июндән ғәмәлгә ингән үҙгәрештәр

Тулыраҡ: 1 июндән ғәмәлгә ингән үҙгәрештәр

Рәсәйҙә эске туризм өсөн сикләүҙәр алына. Изоляцияның беренсе өлөшөндә медицина лицензияһы булған шифаханалар ҡайтанан эш башлай. Яңылыҡтарҙың береһе өс йәштән 16 йәшкә тиклемге балалар өсөн пособиелар түләүгә бәйле. Хеҙмәт кенәгәләренең дә хәҙер электрон варианты буласаҡ. Беренсе июндән үҙ көсөнә ингән үҙгәрештәр тураһында хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибәтуллин һөйләй.

Яҙын обсерватор итеп үҙгәртелеп, Төркиә, Гоанан, Балиҙан ҡайтҡан сәйәхәтселәрҙе ҡабул иткән “Йәйғор” шифаханаһы карантинда булғандарҙы оҙата. Һаулыҡ һаҡлау үҙәгендә махсус курс үткән граждандарҙың береһендә лә КОВИД 19 вирусы табылманы, тип еңел һулай шифахана директоры. Әле бында тулыһынса дезинфекция үткәрелеп, ял итеүселәрҙе ҡаршыларға әҙерләнәләр. Шылтыратыуҙар күп булмаһа ла, тәүге 30 юлламаны һатып алыусылар ҙа бар. Шулай ҙа, сәләмәтлек комплексы хәҙерге шарттарҙан сығып эшләй. Бында һауаны таҙартыусы ҡоролмалар, санитайзерҙар ҡуйылған. Һәр бүлмә бер кеше өсөн генә тәғәйенләнә.

Июндең беренсе көнөнән Рәсәйҙә эске туризмды сикләү ҡағиҙәһе үҙ көсөн юғалтты. Тәүге этапта медицина лицензиялары булған шифаханалар эш башлай. Шулай уҡ дәүләт реестрында булған учреждениелар ҙа балаларҙы ҡабул итәсәк. Тик бындай йорттарға тейешле тикшереүҙәр үтеү фарыз.

Рәсәйҙә шулай уҡ 3 йәштән 16 йәшкә тиклем балаларға бер тапҡыр бирелә торған һәм 10 мең һум күләмендәге пособие түләнә. Шулай уҡ материаль ярҙам аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ҡаралған. Бындай түләүҙәр ай һайын башҡарыласаҡ. Республикала ошондай түләүҙәр суммаһы 5 мең һумға етте.

Һанлы технологиялар хәҙер йәшәйештең бөтә тармағына ла үтеп инде. Ҡағыҙҙан эшләнгән “хеҙмәт кенәгәләренең” хәҙер альтернатив, электрон варианты буласаҡ. Тап унда эш стажы, вазифаһы, эштән китеү тураһындағы мәғлүмәт туплана. Июнь аҙағынаса. Эш биреүселәр үҙ хеҙмәткәрҙәренә ниндәй форматтағы кенәгәне һайлауы тураһында еткерергә тейеш.

Рәсәйҙә шулай уҡ комумналь хеҙмәттәргә түләүҙәр арта. Былтыр индексация 2 этапта, ғинуар менән июлдә булһа, быйыл ул икенсе ярты йыллыҡҡа тура килде. Башҡортостан халҡы өсөн түләүҙәр суммаһы 3,6 проценттан артмаҫ, тип көтөлә. Үҙгәрештәр июлдең беренән үҙ көсөнә инә.

Рәсәйҙә шулай уҡ “Башҡарма производство” тураһындағы закон ғәмәлдә буласаҡ. Бынан ары эш биреүселәр хеҙмәт хаҡы документтарына килем коды тураһында яҙырға тейеш. Был банктарға ниндәй килемдән бурыстарҙы алып ҡалыу мөмкинлеген аңлата. Рәсәйҙә хәҙер “Банк роумингы” төшөнсәһе юғаласаҡ. 14-се июндән кредит ойошмаларына аҡса күсереүселәрҙән комиссия хаҡын алып ҡалыу тыйыла.