Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторолоуға 25 йыл. Йәмәғәт тормошоноң нескә, әммә алыштырғыһыҙ мөһим бер даирәһенә әүерелгән ҡоролтай хәрәкәтенең сирек быуат дауамында өлгәшкән ҡаҙаныштарына, бөгөн бойомға ашырган эшмәкәрлегенә һәм киләсәккә бағлаган өмөттәренә хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева байҡау яһаны.
Көнүҙәк мәсьәләләрҙе уртаға һалып хәл итер өсөн йыйын саҡырыу йолаһы башҡорттарҙа борондан билдәле. 16-сы быуатта тап ошондай ҡоролтайҙа башҡорттар Рәсәй дәүләте менән бергә булырға ҡарар иткән. Бихисап ихтилалдарҙан һуң батша хөкүмәте тарафынан тыйылған йыйындар 20-се быуат башында яңы илдә яңынан башланған. Шул уҡ быуаттың аҙағында, Башҡортостандың дәүләтселеген нығытыу, милли үҫешен асыҡлау талабы тыуғас оло йыйын йәнә саҡырыла. Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы яңы Рәсәйҙәге яңы Башҡортостандың төп законын танытыу бурысы менән ерҙә йәшәгән бар башҡорттарҙы берләштереү маҡсатын ҡуя. 1995 йылда башҡорт йәмәғәт ойошмалары тәҡдиме менән үткән оло йыйын донъяның 19 иленән, Рәсәйҙең 28 төбәгенән, республика ҡала-райондарынан 896 делегатты йыя. Ул күркәм байрам да, етди фекер алышыу ҙа майҙанына әүерелә. Тәү сиратта үҙен башҡортмон тип танығандар уртаҡ телен дәүләт кимәлендә нығытыу тәҡдимен бойомға ашыра.
Ҡабул ителгән ҡарарҙарҙы бойомға ашырыуҙы Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты үҙ иңенә ала. Уны төрлө йылдарҙа милләтебеҙҙең язмышына битараф булмаған күренекле ғалимдар, йәмәғәтселек башлыҡтары, халыҡта абруй ҡаҙанған шәхестәр етәкләй. Башҡарма комитеттың урындарҙа кесе ойошмалары булдырыла. Бөгөн Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы 140 милли-мәзәни йәмәғәт ойошмаһы, 70 муниципаль ҡоролтай берләшмәһе, 38 төбәк, 20 сит ил берекмәләре менән тығыҙ бәйләнеш тота.
Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы нигеҙендә бынан 10 йыл элек йәнә бер ойошма Йәштәр ҡоролтайы ла барлыҡҡа килде. Ҡоролтай хәрәкәтендә йәштәр әле лә әүҙем ҡатнаша. Ҡоролтай йәштәргә, йәштәр ҡоролтайға ярҙам итә.
Милләт берҙәмлеге идеяһына тоғро Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы бөгөн "Башҡорт халҡының стратегик үҫеше"нә булышлыҡ итә. Ҡоролтай йәмәғәт хәрәкәте дәүләт етәкселеге менән бергә Башкортостандың донъя кимәлендә йөҙөн танытыу, республикала йәшәгән бар халыҡтарҙың үҫешенә өлгәшеү сәйәсәтен алып бара. Милләт сәләмәтлеге, демография, башҡорт телен Бөтә Донъя селтәре кимәленә таратыу кеүек маҡсаттар киң ҡолас ала.
Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайының тәү маҡсаттары үҙгәрешһеҙ — туған телде һаҡлау, үҙенсәлекле мәҙәниәтте онотмау, милли тамырҙарҙы һәм үзанды юғалтмау. Донъяга һибелгән башҡорт халҡын ойошҡанлыҡта тотоу, ҡайҙа йәшәүенә ҡарамаҫтан уның рухи һәм социаль үҫешенә ярҙам итеү
Киң үҫешкән йәмғиәттә аралашыу өсөн сиктәр юҡ. Теләк барҙа пандемия ла ҡамасаулай алмай. Был мәлдә Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайының юбилейына арналған саралар онлайн форматта үтә. Бәйләнештәр, хәтирәләр, фекер алышыуҙар ғына түгел, маҡсатҡа ярашлы акциялар, бәйгеләр, ғәмәли эштәр социаль селтәрҙәрҙә ойошторола. Милләт яҙмышына битараф түгел һәр кем уларҙа ҡатнаша ала. Ҡоролтай төркөмдәре асыҡ.