Улар бөгөн дә урамдарҙы ҡарҙан таҙарта. Был эшкә 133 берәмек махсус техника, 16 машина йәлеп ителгән. Шәмбе яуа башланған ҡар йәкмәшбе иртәһе генә тамамланды. Һуңынан ямғыр яуа башланы. Ноябрь аҙағы өсөн был аномаль күренеш. Һауа температураһының бер күтәрелеүе, бер төшө-е хәлде тағы ла ҡатмарлаштыра. Юлдарҙа боҙлауыҡ барлыҡҡа килә. Был көндәрҙә водителдәргә оҙон юлға сығыу кәңәш ителмәй.
Өфөлә коммуналь хеҙмәттәр көсәйтелгән эш режимында эшләй
Тулыраҡ: Өфөлә коммуналь хеҙмәттәр көсәйтелгән эш режимында эшләй