Европа ҡалаларында террорға ҡаршы демонстрациялар үтте. Унда ҡатнашыусылар исламды террор менән бәйләмәҫкә саҡырған. Ислам-тыныслыҡ дине тигән лозунгтар өҫтөнлөк иткән демонстрацияларҙа.
Ҡырымда электр утын һүндереү сәбәпле ғәҙәттән тыш хәл индерелде. Украинаның көнъяғында электр бағналары шартлатылған. Ярымутрау өлөшләтә генә энергияға тоташтырылған.
Хрип Венер Ғәбәйҙуллин Ҡырымда йәшәүсе
Грецияла Панатиакос командаһы менән Олимпиакос клубы көйәрмәндәре һуғышҡан. Улар стадионға фаерҙар ташлаған, төтөн шашкаһы шартлатҡан. Ошо сәбәпле уйынды башҡа ваҡытта үткәрергә ҡарар ителгән.