Тиҫтәләгән дәүләт, Рәсәйҙең барлыҡ субьекттары, республиканың бөтә район ҡалаларынан килгән 400-ҙән ашыу делегат, Федераль ведомстволар вәкилдәре, төбәктең башҡарма власть органдары етәкселеге. Бөтә донъя башҡорттарының дүртенсе ҡоролтайы милли йыйын ғына түгел, ә илдәге йөҙәрләгән милләтте борсоған мәсьәләләрҙе тикшереү майҙаны тип атарға кәрәк.Рәсәйҙә халыҡ һаны яғынан төп милләттәрҙең береһе – башҡортарҙы бөгөн ниндәй мәсьәләләр борсой һуң. Әлбиттә, ул тәү сиратта тел, мәҙәниәт, тарихҡа бәйле. Шул уҡ ваҡытта республика ғына түгел, ә федераль башҡарма власть органдарында эшләүсе милли кадрҙар тәрбиәләү ҙә иғтибарҙан ҡалырға тейеш түгел.Бөгөн донъяла 1 миллион алты йөҙ мең самаһы башҡорт бар. Республиканан ситтә йәшәгән башҡорттар ҙа яҡлау көтә.
Өфөлә бөтә донъя башҡорттарының дүртенсе ҡоролтайы уҙҙы
Тулыраҡ: Өфөлә бөтә донъя башҡорттарының дүртенсе ҡоролтайы уҙҙы