Өфө районында “Сәләмәтлек аллеяһы” барлыҡҡа килде. Ағастарҙы Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары республика инфекцион дауаханаһын асыу айҡанлы ултырта. Министрҙар кабинетының күсмә ултырышы был юлы ғәҙәти булмаған форматта - саф һауала ҡулдарға көрәктәр тотоп үтте. Аллеяның исеме ташҡа яҙылған. Яңы госпиталь иһә короновирус инфекцияһы менән пациенттарҙы ҡабул итергә әҙер. Әле унда ҡорамалдар тәртипкә килтерелә. Министерство һәм ведомство етәкселәре төҙөлөштөң заман технологиялары һәм клиниканың функциональ мөмкинлектәре менән танышты.