Күп ҡатлы йорттарҙә капиталь ремонт яңынан башланды

Тулыраҡ: Күп ҡатлы йорттарҙә капиталь ремонт яңынан башланды

Республикала йорттарҙы капиталь ремонтлау программаһы яңынан башланды. Үҙизоляция ваҡытында ул туҡтатылған ине. Эпидемиологик хәлгә бәйле фасад һәм биналарҙың ҡыйыҡтарын алмаштырыу эштәре генә башҡарыласаҡ. Төбәк операторы битлек режимын һәм санитар-эпидемиологик нормаларҙы үтәүҙе контролдә тота. Тулыраҡ киләһе видеояҙмала.

30 марттан бырау һәм сүкештәрҙе ситкә ҡуйып, төҙөкләндереү эштәрен туҡтатып торорға тура килә уларға. 1 айҙан, үҙизоляция режимын йомшартыу иғлан ителгәс, эшселәр йәнә ҡулдарына эш ҡоралдарын ала һәм күп ҡатлы йорттарҙы ремонтлауҙы башлай. Эпидемиологик хәлгә бәйле әлегә бинаның фасадтары һәм ҡыйыҡтары ғына алмаштырыла. Һәр төҙөүсегә хәүефһеҙлек техникаһын үтәүҙән тыш, санитар-эпидемиологик талаптарға ярашлы битлектәр һәм бирсәткәләр кейеп, көнө буйы йөрөргә тура килә.

Быйыл республика программаһына 829 йорт ингән. Төҙөкләндереүҙең дөйөм хаҡы 4 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә. Әле 200-ҙән ашыу йортта яңыртыу эштәре алып барыла. Ҡыйыҡ түшәмдәре, елләтеү системалары алмашына, бинаның фасадтары йылытыла, ҡайһы берҙәренә яңы тәҙрәләр ҡуйыла.

Төҙөкләндереү күпселек фатир хужаларының йыйылған аҡсаһына башҡарыла һәм эш күләме лә тап ошо йыйылған кимәлдән сығып үтәлә. Капиталь ремонтҡа ғаризаны интернет аша ла яҙырға мөмкин.
Капиталь ремонт бөтә республикала ла башҡарыла. Подряд ойошмаһы 5 йыллыҡ гарантия бирә. Әгәр ҙә эш сифатһыҙ үтәлһә, милекселәр төбәк фондына тура мөрәжәғәт итә ала.