Башҡортстанда хәрби инженерҙар төбәктең иң ҙур йылғаһы аша үтеүҙә үҙҙәрен һынаны. Улар “Асыҡ һыу” Халыҡ-ара әрме уйындарының бер этабына әҙерләнә. Тулыраҡ киләһе репортажда.
Инженер разведкаһының төп маҡсаты — Һыу аша сығыу өсөн бөтә ҡаршылыҡтарҙы асыҡларға һәм юҡ итергә. Ярҙа күренгән дошманды инженер-десант катеры экипажы шунда уҡ юҡ итеп, ҡалған көстәрҙе бер хәүефһеҙ икенсе ярға күсерергә бурыслы. Артабан разведчиктарға ярҙамға артиллеристар ашыға.
Дошман ғәскәрҙәре сигенә башлау менән ауыр артиллерияны һыу аша сығыуға әҙерләйҙәр. Тиҙ арала борам машиналары һәм кәмә өҫтөнә һалынған күпер барлыҡҡа килә. Хәрбиҙәрҙе һәр хәрәкәте теүәл һәм тиҙ булһын өсөн, бында күнекмәләр көн дә үткәрелә.
6 этаптың һәр береһе тиҙлектең дә, үтеү сифатының да юғарылығы буйынса баһалана. Күрһәткестәрҙең яҡшы булыуы арҡаһында Үҙәк хәрби округтың айырым инженерҙар бригадаһы халыҡ ара кимәлдәге ярышта ҡатнашыу хоҡуғын алған.
“Асыҡ һыу” Халыҡ-ара әрме уйындары план буйынса йәй аҙағына тәғәйенләнгән.