Тауыш биреү көнө

Тулыраҡ: Тауыш биреү көнө

Ил мөһим ваҡиғаға әҙерләнә – 1-се июль Рәсәй Конституцияһына төҙәтмә индереү буйынса тауыш биреү үтәсәк. Рәсәй президенты был көндө – ял көнө, тип иғлан итте.

Роспотребнадзор тәҡдименә ярашлы һәр участокта ҡулдарҙы дезинфекциялау һәм битлек менән бирсәткәләр тапшырыу пункты урынлашасаҡ, шулай уҡ тауыш биреү өсөн һәр йәшник тә дезинфекцияланасаҡ. Үҙәк һайлау комитеты бюллетень әҙерләгән һәм унда тик бер генә һорау. Тауыш биреү өсөн 15 минут тирәһе ваҡыт бирелә.