Тәүге “Ауыл сәғәте”. Башҡортостан башлығың эш графигында яңы кәңәшмә тармағы барлыҡҡа килде. “Ауыл сәғәте” тәртибендә агросәнғәт комплексының көнүҙәк мәсъәләләре ҡараласаҡ. Был хаҡта төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә белдерҙе.
Беренсе “Ауыл сәғәте” тәртибендә онлайн-кәңәшмә үтте. Унда тармаҡ министрлыҡтары һәм ведомстволары етәкселәре, контроль һәм күҙәтеү органдары вәкилдәре, республика тауар етештереүселәре ҡатнашты. Кәңәшмәлә малсылыҡты үҫтереү, ит эшкәртеү мәсьәләләре буйынса фекер алыштылар. Сәсеү кампанияһына килгәндә, аграрийҙар яҙғы сәсеүҙе тамамлап килә, 2,02 млн гектарҙа иген баҫыуы сәселгән, тағы ла 29 мең гектарҙа эш башҡараһы ҡалды, был күпселек һаҙлыҡ һәм уйпат дымлы ерҙәр, тип билдәләне ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. Йыл башында Хужалыҡтар һәм фермерҙар төрлө кластағы 243 трактор, ер эшкәртеү, сәсеү машиналарын һатып алған һәм сәсеү барышын быйыл күпкә тиҙләткән.