Рус теле көнө алдынан Башҡортостанда “Рус теленән Республика диктанты” тигән белем акцияһы үтәсәк. Сара 5 июндә онлайн форматта ойошторола.
Диктант яҙыуҙың төп маҡсаты – йәмәғәтселек иғтибарын рус телен өйрәнеүгә, белем кимәлен күтәреүгә һәм үҙ-аллы белем алыуға йәлеп итеү. Рус теленән республика диктанты 5 июндә Өфө ваҡыты менән иртәнге сәғәт унда башлана. Ул ярты сәғәт бара. Яҙылған эштең фотоһы йә иһә күсермәһе тапшырыла. Диктант яҙған һәм исем шәрифен билдәләгән һәр кемгә “Республика белем акцияһында ҡатнашыусы” сертификаты тапшырыласаҡ. Акцияны Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығы һәм халыҡтар дуҫлығы йорто ойоштора.