Мәскәүҙә һабантуй

Тулыраҡ: Мәскәүҙә һабантуй

Бөгөн Мәскәүҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙ һабантуйға йыйыла, ул быйыл ғәҙәттәгесә Коломенское музей-ҡурсаулығында түгел, ә интернет киңлектәрендә онлайн үтәсәк.

Ойоштороусыларҙың әйтеүенсә, һабан байрамының төп йолалары программала һаҡлана. Ете онлайн-майҙан аша байрам ҡунаҡтары милли көрәш, халыҡ уйындарын, эстрада йондоҙҙары ҡатнашлығында концерт , оҫталыҡ дәрестәрен, шулай уҡ танышыу һәм йәштәр проекттары өсөн виртуаль киңлектең эшен, төбәктәр һәм сит илдәрҙә йәшәгән яҡташтар менән әңгәмәләр ҡарай ала.