Башҡортостан шефлыҡҡа алған был район Симферополға бик яҡын урынлашҡан. Ә бында йылылыҡ электр станцияһы эшләй. Шуға ла районда өлөшләтә ут бар. Башҡортостан Хәкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, беҙҙең республика ярҙамында төҙөкләндерелгән мәктәптәргә яңы ҡаҙанлыҡтар ҡуйылғайны. Улар бензин генераторы ярҙамында электр энергияһы ла етештерә ала. Белогорск районында әле энергия тәү сиратта халыҡты һыу менән тәьмин итеүгә, икмәк бешереү цехтарының, һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының өҙлөкһөҙ эшләүен тәьмин итеүгә тотонола.
Ҡырымдың Белогорск районында электр энергияһын һүндереүгә бәйле оператив штаб төҙөлгән
Тулыраҡ: Ҡырымдың Белогорск районында электр энергияһын һүндереүгә бәйле оператив штаб төҙөлгән