Сит ил продукцияһына лайыҡлы яуап

Тулыраҡ: Сит ил продукцияһына лайыҡлы яуап

Башҡортостанда тулыһынса үҙ материалдары һәм технологиялары менән эшләгән предприятиелар бар. Ошондай корпорация менән Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров һәм Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич Өфөгә эш сәфәре барышында танышты. Был цехта нефть, газ һәм химия сәнәғәте өсөн махсус ҡоролмалар әҙерләнә. 1994 йылда ойошторолған предприятие иҡтисади көрсөк булыуға ҡарамаҫтан тотороҡло эшләп килә. Әммә, хәл итәһе мәсьәләләр байтаҡ. Бынан тыш, корпорация етәкселеген нефть компанияларының тауар өсөн иғәнә түләмәүе, аукцион уҙғарыуҙа аңлайышһыҙлыҡ килеп сығыуы, проекттар төҙөгәндә сит ил ойошмалары ҡатнашыуы борсой. Ошо сәбәптәр Рәсәй предприятиеларына аяҡ сала, тип иҫәпләй корпорация етәкселеге. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Өфө ойошмаһы үҙ эшен туҡтатмай. Уҙған йылда компания 4 миллиард 100 миллион һумлыҡ тауар оҙатҡан. Корпорация Рәсәй технологияларын ҡуллана, шулай уҡ, үҙҙәре эшләгән материалдарҙан ҡоролмалар эшләй. Уларҙы ил төбәктәренә генә түгел, элекке совет республикаларына һәм алыҫ көнсығышҡа оҙаталар. Был ҡоролма Ырымбур предприятиеларының береһе өсөн эшләнгән. Ул ер аҫтынан сығарылған шыйыҡсанан нефтте, газды һәм һыуҙы айырып, махсус һауыттарға тултыра. Нефтселәр телендә сепаратор тип йөрөтөлгән ҡоролма тәүлегенә 800 мең кубометр шыйыҡса эшкәртә. Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров һәм Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич корпорация эшмәкәрлеге менән танышҡандан һуң, мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам күрһәтергә вәғәҙәләне. Мәҫәлән, ойошмаға киләсәктә дәүләт яғынан аҡса бүленәсәк, был маҡсатта документтар әҙерләргә ҡушылды.