Башҡортостанда быйыл мең километрҙан ашыу юл яңыртыласаҡ. Был турала республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә яҙып сыҡты.
Трассаларҙың айырым өлөшөн тәртипкә килтереү билдәләнгән мөҙҙәттән алдараҡ бара. Стәрлетамаҡ менән Салауат араһындағы магистраль, Стәрлетамаҡтағы Хоҙайбирҙин урамын ремонтлау тулыһынса тамамланған. Өфө-Иглин-Красная Горка–Павловка араһында хәҙер асфальт ҡатламын түшәйҙәр. Әбйәлил менән Асҡында, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Көйөргәҙе, Стәрлебаш, Шаран, Тәтешле һәм Федоровка райондарында бөгөн юлдар яңыртыла. Киләһе йылға тәғәйенләнгән һәм юл системаһына ҡағылышлы байтаҡ проекттар ҙа быйылдан бойомға ашырыласаҡ.