Өфөлә яңы төҙөлөп асылған инфекция госпитале тәүге сирлеләрҙе ҡабул итте.
55 көн эсендә сафҡа тапшырылған дауахана коронавирус йоҡторған ауырыуҙар өсөн тәғәйенләнгән. Ә хәстәханаға һалынған сырхауҙарҙың бөгөнгә сәләмәтлеге уртаса тип баһалана. Заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған үҙәк 470 урынға иҫәпләнгән.