Башҡортостанда КОВИД 19 сирен дауалау менән шөғөлләнгән госпиталдәр өсөн махсус костюмдар тегелә.
Һыу үтмәгән ныҡлы туҡыма, шулай уҡ тәнгә ул уңайлы һәм тынсыу түгел. Медицина хеҙмәткәрҙәрен пандемия осоронда ошондай кейемдәр менән тәъмин итеү айырыуса мөһим. Нефтекама ойошмаһының тегеү цехы күп тапҡыр ҡуллана торған һаҡлау кейемдәрен тегә башланы. Республика компанияһы беренселәрҙән булып кейемдәрҙе етештереүгә Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттән теркәү танытмаһын алды.
Инфекцион госпиталдәр, дауаханалар, вирусология лабораториялары, шулай уҡ ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәре өсөн кейемдәрҙе компания 2019 йылда короновирус таралғанға тиклем проектлай башлай.Пандемия башланғас та эш барышы тиҙләтелә һәм тиҙ генә кәрәкле документтар йыйыла.
Табиптар был униформаны кейеп эшләп ҡараны һәм уның уңайлыҡтарын билдәләне. Рәсәйҙә быйыл яҙ медицина әйберҙәрен теркәү өсөн яңы ҡағиҙәләр эшләй һәм кейемдәрҙең сифатына юғары талап ҡуйыла. Был йәһәттән етештереүселәр өҫтөндә оло яуаплыҡ ята. Күп тапҡыр ҡуллана торған махсус костюмдар республика психиатрия дауаханаһына, Үрге Тәтештле үҙәк район дауаханаһына, Өфө клиникаларына һәм республика гигиена һәм эпидимиология үҙәгенә тапшырылды.