Серәкәйҙәр юҡ ителәсәк

Тулыраҡ: Серәкәйҙәр юҡ ителәсәк

Баш ҡалала серәкәйҙәргә ҡаршы көрәшәләр. Өфөнөң үҙәк парктары һәм скверҙарында ҡан эскес бөжәктәрҙе юҡ итеү өсөн дезинфекциялау саралары уҙа.

Серәкәйгә ҡаршы махсус саранан башҡа был ғаилә урамға сыҡмай. Солтановтарҙың бөжәк ағыулау арсеналына дарыухана үҙе ҡыҙығыр ине. Былтыр Солтановтар йорт ихатаһында ҡыйыҡ аҫтында ял итеү урыны яһаған, әммә унда ваҡыт үткәрә алмай, серәкәйҙәр көн күрһәтмәй.Артур иһә бөжәктәргә ҡаршы сараларҙың һис ярҙам итмәүенә зарлана.

Бындай осраҡҡа ғаилә тәндең серәкәй тешләгән урындарын эшкәртеүсе кремдар алып ҡуйған. Уларҙы ла йыш һөртөп торорға тура килә, сөнки баҡсалағы эште ҡалдырып булмай, уны серәкәй туҡтатырға тейеш түгел. Серәкәйҙәрҙең әүҙемләшеүен белгестәр оҙайлы яҙ һәм көндәрҙең ҡапыл эҫетеүе менән аңлата.

Бәйләнсек бөжәктәр төнөн дә тынысланмай. Шуға ла ҡала халҡының бихисап мөрәжәғәте буйынса республика дезинфекция үҙәге парктарҙы эшкәртә. Был ваҡытҡа паркты бер нисә сәғәткә бикләп торалар. Химикаттар халыҡҡа зыян килтермәһен өсөн эштәр төндә башҡарыла. Ҡала биләмәләрен эшкәртеү 27 майҙан башланған.

Эштәр башҡарылыр урындар Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығы менән килешеп билдәләнгән. Инсектицидтарҙы ел һәм ямғыр мәлендә һиптерергә ярамай. Ошо көндәрҙә белгестәр Өфөләге иң ҙур парк һәм скверҙарҙы эшкәртеүҙе тамамларға ниәтләй. Ҡала ял биләмәләре республика дезинфекция үҙәге ҡарамағында булһа, күп фатирлы йорт ихаталарын идарасы компаниялар хәстәрләй.

Бөрйәндә башҡорт халыҡ эпостарында һүрәтләнгән Аҡбуҙатҡа һәйкәл ҡуйыла. Йылҡысыҡҡан күле янында ҡуйылған был һәйкәл Кәҫле заводында ҡойолғайны. Әле биләмәне төҙөкләндереү, уның тирә-яғын матурлау бара. һәйкәл нигеҙен нығыттыу тамаланғас, бында эскәймәләр ҙә ҡуйыласаҡ.