Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәйҙең хәрби авиацияһы биш көндә Сүриәлә Ислам дәүләте террор ойошмаһы завдтарына нефть сеймалы ташыған меңдән ашыу бензовозды юҡ иткән. Был турала оборона министрлығы вәкиле Игорь Конашенков белдерҙе. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, көндән-көн террорсыларҙың юғалтыуҙары арта, улар араһында ризаһыҙлыҡ белдереүселәр күбәйә.

Греция-Македония сигендә ҡамауҙа ҡалған мигранттар контролде көсәйтегә ҡаршы сығыш яһай. Улар төрлө акциялар үткәреп аслыҡ иғлан итеү менән ҡурҡыта. Күп кенә ҡасаҡтар өсөн Европалағы һалҡындар етди проблемаға әйләнгән. Уларҙың күптәре бер ҡасан да ҡарҙы күрмәгән.

Ер шарында климат үҙгәреү сәбәпле 20 йылда 606 мең кеше һәләк булған, 4 миллиарды йәрәхәттәр алған. Дәүләттәргә килтерелгән матди зыян 6 триллион долларҙан ашып киткән. Был хаҡта берләшкән Милләттәр ойошмаһы хисабында әйтелә.