Республиканың тәфтиш комитеты инкассаторҙарға һөжүм итеүҙә ғәйепләнеүсе өс бер туғанға ҡарата тағы ла бер енәйәт эше ҡуҙғатты. Быға тиклем уларға ҡарата бер нисә статья буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылғайны инде. 22 августа инкассаторҙар ҡәҙимге эшен башҡарырға — банкоматтарҙың береһен ҡулаҡса менән тулыландырырға килә. Шул ваҡытта шартлау яңғырай. Магазинға ингән ике йәш кешенең береһе инкассаторҙарға ниндәйҙер шыйыҡса һибә, икенсеһе шырпы һыҙып ырғыта. Был фажиғәлә бер инкассатор һәләк булды.
Өс бер туғанға ҡарата тағы ла бер енәйәт эше
Тулыраҡ: Өс бер туғанға ҡарата тағы ла бер енәйәт эше