Мысырҙа ял иткән пассажирҙарҙың багажы килеү дауам итә

Тулыраҡ: Мысырҙа ял иткән пассажирҙарҙың багажы килеү дауам итә

Бөгөнгә Өфөгә мең сумаҙан килгән. Уларҙың 785-е хужаларына тапшырылған. 251-е почта аша ебәрелгән. Мысыр менән авиабәйләнеш туҡтатылғандан һуң Башҡортостанға 2 мең 340 турист ҡайтарылған. Уларҙың багажы илгә айырым Мәскәүҙең Внуково аэропорты аша ҡайтарыла. Туристар үҙ әйберҙәрен тәүлек әйләнәһенә ала ала. Килергә мөмкинлектәре булмағандарға ул почта аша ебәрелә.