Инклюзив белем биреү

Тулыраҡ: Инклюзив белем биреү

Республиканың мәғариф системаһында айырым урын алып торған Башҡорт Дәүләт Университетының Стәрлетамаҡ филиалы ошо көндәрҙә үҙенең 75 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Был уҡыу йорто тәжрибәле белгестәр әҙерләүе менән айрылып тора. Иҫтәлекле датаны инклюзив белем биреүгә арналған конференция менән билдәләнеләр. Тәү сиратта белем биреү учреждениеларында мөмкинлектәре сикләнгән балаларға дөрөҫ ҡараш тәрбиәләү мөһим. Зәғиф балаларҙы интернаттарҙа һәм өйҙә тәрбиәләү, үкенескә ҡаршы, уларға тулыһынса камиллашыу өсөн мөмкинлектәр бирмәй, ти Башҡорт Дәүләт Университетының Стәрлетамаҡ филиалының психология фәндәре кандидаты Регина Ғәзизова. Ә бының өсөн педагогтарҙы ла алдан әҙерләргә кәрәк. Был йәһәттән уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу, мәғариф учреждениеларында тәрбиәүи эш алып барыу мотлаҡ үтәлергә тейешле талаптарҙың береһе. Мөмкинлектәре сикләнгән балалар уҡыған биналарҙы кәрәкле ҡоролмалар менән йыһазландырыу, улар менән бер туҡтауһыҙ шөғөлләнеү кәрәклеге хаҡында ла әйтелде конференцияла. Байрамға арнап таҡтаташ та астылар. Инвалид баланың башҡа балалар менән бер класта уҡыуы, уларға үҙен йәмғиәттең тулы хоҡуҡлы ағзаһы итеп тойорға, белем алырға һәм артабан тормошта үҙ юлын табырға мөмкинлек бирә, ти уҡытыусылар.