Әхтәм Абушахманов ҡайтанан театр эшмәкәрҙәре берлеге рәйесе итеп һайланды

Тулыраҡ: Әхтәм Абушахманов ҡайтанан театр эшмәкәрҙәре берлеге рәйесе итеп һайланды

Республика театр эшмәкәрҙәренең 8-се отчет-һайлау конференцияһы кисә үткәйне.Әхтәм Әхәт улынан тыш, рәйес вазифаһына Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Хөрмәтулла Үтәшев һәм Салауат ҡалаһы башҡорт драма театрының элекке етәксеһе Нәйлә Сәфәрғолова-Байкова ла дәғүә итте.