Төбәк башлығы эш сәфәре менән Баҡалы һәм Шаран райондарында булды

Тулыраҡ: Төбәк башлығы эш сәфәре менән Баҡалы һәм Шаран райондарында булды

Республика бюджетынан «ҡара генерал» Даян Мурзин һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Нәжиб Асанбаев исемдәрен йөрөткән музей һәм мәҙәниәт йортона 10 миллион һум аҡса бүленәсәк. Был хаҡта Радий Хәбиров Баҡалы һәм Шаран райондарына эш сәфәре барышында белдерҙе. Төбәк етәксеһе шулай уҡ ауыл хужалығы һәм сәнәғәт предприятиелары менән танышты, социаль объекттарҙы ҡарап сыҡты.

Шағир, прозаик, драматург, «Ҡыҙыл паша» пьесаһы авторы Нәжиб Асанбаев һәм легендар разведчик, «ҡара генерал» Даян Мурзин. Бөйөк шәхестәр икеһе лә Баҡалы районының почетлы граждандары. Уларҙың исемдәрен Ахман ауылы музейы йөрөтә. Төбәк етәксеһенә был бинаның аңыртылған экспозицияларын күрһәттеләр һәм мәҙәниәт йортон реконструкциялау буйынса пландар менән бүлештеләр. Музей 1985 йылда төҙөлгән, әммә бер ҙә ремонт күрмәгән. Радий Хәбиров объектты төҙөкләндереү эшенә аҡса бүлергә ҡушты.

Баҡалы районы үҙәгендә 825 урынлыҡ яңы мәктәп төҙөүҙә бөтә теләктәр ҙә иҫәпкә алынған . Ҙур стадионлы заманса уҡытыу учреждениеһы эстән дә иркен һәм яҡты. Ул «Үҫеш нөктәһе» цифралы гуманитар профиленең уҡытыу үҙәге булып тора. Төбәк етәксеһе башҡарылған эште юғары баһаланы.

Был заводта урындағы балсыҡтан юғары сифатлы Баҡалы кирбесе етештерелә. Предприятиены яңыртыуға инвестр 200 миллион һум аҡса йүнәлткән. Инвестициялар етештереү күләмен арттырыуға булышлыҡ иткән. Әҙер тауар төбәктә социаль проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу программаһы ярҙамында ҡулланыусыһына еткерелә.

Эш барышында Радий Хабиров 15 тауар етештереүсе ойошмаларҙы берләштергән эре ауыл хужалығы кооперативы пландары менән дә танышты. Яҡын арала бында сыр бешереү цехы эш башлаясаҡ. Яңы ҡорамалдар әҙер, уларҙы урынлаштырырға ғына ҡалған.

Быныһы Шаран районы ауыл хужалығы предприятиеһы. Башҡа хужалыҡтар менән берлектә бында ҙур йәшелсә һаҡлағысы төҙөү планлаштырыла. Был продукцияны йыл әйләнәһенә һатыу мөмкинлеген бирәсәк. Төбәк етәксеһе ауыл хужалығы министрлығына федераль һәм республика программалары сиктәрендә фермерҙарға ярҙам күрһәтергә ҡушты. Бынан тыш, Радий Хәбиров көслө дауыл һөҙөмтәләрен бөтөрөүгә республика бюджетынан аҡса бүленәсәген әйтте. Ғәрәсәттән балалар ижады һәм спорт үҙәге филиалы түбәһе зыян күргән. Уҙған йыл төп корпус нигеҙендә йомшаҡ түшәмле майҙансыҡ йыһазландырылған. Спорткомплес яңыртылған.

Шаран үҙәге «Заманса ҡала мөхитен булдырыу» программаһы сиктәрендә матурлана. Төбәк етәксеһе «Ҡайғылы әсәй» скверын реконструкциялау эше менән танышты. Мемориалға сәскәләр һалды һәм Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙы хөрмәтләп иҫкә алды. Район өсөн көнүҙәк булған һорауҙарҙы Радий Хәбиров «Етәксе сәғәте» форматындағы кәңәшмәлә тикшерҙе.

Төбәк башлығы шулай уҡ Шаран газ үткәргесе идаралығы эшмәкәрлеге менән танышты. Бында компрессорлы станцияны яңыртҡандар һәм унда Өфөлә етештерелгән яңы двигателдәр ҡуйылған. Бындай заманса ҡорамалдар күрһәткестәре юғары һәм улар ярҙамында газды ҡыуыу ышаныслыраҡ. Шулай уҡ яңы двигателдәр атмосфераға эләккән зарарлы мәтдәләрҙең күләмен кәметеүгә булышлыҡ итә.