Рәсәйҙә социаль хеҙмәткәрҙәр көнө билдәләнде. Пандемия ваҡытында оло йәштәгеләр һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр социаль хеҙмәткәрҙәр ярҙамына айырыуса мохтаж. Изге һөнәр эйәләре рәтенә ҡушылыусылар бармы? Социаль хеҙмәткәрҙәргә хөкүмәттән ярҙам бүленгәнме?
Социаль хеҙмәткәр булып эшләүсе Наталья Мельникова оло йәштәгеләргә һәм инвалидтарға ярҙам итә. Хәстәрлек күреүсе ханым берәүҙәргә аш-һыу бешерә, икенселәренең фатирҙарын йыйыштыра, ә өсөнсөләре өсөн ул берҙән-бер дуҫ. Һигеҙ йыл эсендә ярҙамға мохтаж булыусылар ғаиләмә әйләнде, ти Наталья. Был изге һөнәрҙе лә ул юҡҡа һайламаған.
Был бүлмәлә иһә ярҙам һорап яҙылған ғаризалар тикшерелә. Бындай ҡағыҙҙар республиканың һигеҙ районынан килә. Халыҡты социаль яҡлау республика үҙәгендә ни бары 76 хеҙмәткәр эшләй. Документтар һаны пандемия ваҡытында күбәйҙе, бер көн эсендә генә яҡынса мең ғариза ҡабул итәбеҙ, ти улар.
Халыҡты социаль яҡлау һәм мәшғүллек үҙәгендә эш урындары тәғәйенләнгән, тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эш һорап килеүселәр юҡ. Был, әлбиттә, эш хаҡының түбән булыуына бәйле, тип һанай хеҙмәткәрҙәр.
Пандемия ваҡытында социаль хеҙмәткәрҙәрҙең күбеһе хөкүмәттән аҡсалата ярҙам алған. Бынан тыш, әлегә шул уҡ режим һәм эш хаҡы менән эшләүселәр юҡ түгел. “Ғаилә” республика ресурс үҙәгендә лә хеҙмәткәрҙәр һаны әҙ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, статистика буйынса, һуңғы биш йылда ике тапҡырға күберәк йәтим ҡалыусы сабый яңы ғаиләгә тапшырылған.
Социаль ярҙамға мохтаж булыусылар башҡаларҙан иғтибар һәм мәрхәмәтлеккә мохтаж. “Именлек” республика үҙәгендә йәшәүселәр, мәҫәлән, ҙур һәм татыу ғаиләгә әйләнгән. Быны социаль селтрҙәргә һалынған видеояҙмалар ҙа иҫбатлай.
Әле панедмия булыу сәбәпле, “Именлек” республика үҙәгенә сит кешеләргә инергә ярамай. Социаль хеҙмәткәрҙәр ярҙамға мохтаж булыусылар менән көнө-төнө бергә. Был һөнәр эйәләре, ысынлап та, оло баһаға һәм рәхмәт һүҙҙәренә лайыҡ.