Республикаға эҫе көндәр килде

Тулыраҡ: Республикаға эҫе көндәр килде

Синоптиктар хәбәр итеүенсә был аҙнала беҙҙе аномаль эҫе көндәр көтә.Төбәккә көслө антициклон яҡынлаша, шул сәбәпле һауа температураһы 30 градусҡа тиклем күтәреләсәк. Был осорҙа республика биләмәләрендә урман янғыны хәүефе юғары. Бигерәк тә көнъяҡ райондарҙа, бында урыны менән һауа температураһы 35 градусҡаса етәсәк.