Һауа торошо әлеге көндә бар халыҡты борсоған төп мәсьәләгә әйләнде

Тулыраҡ: Һауа торошо әлеге көндә бар халыҡты борсоған төп мәсьәләгә әйләнде

Бер һыуытып, бер йылытып тороу сәбәпле, күптәр һуғым һуя алмай ыҙалана. Водителдәр ҙә оҙон юлға сығыуҙан тыйылып тора. Синоптиктар тағы ла һыуытасаҡ тип хәбәр итә. Епшек ҡар яуасаҡ, тимер сымдарҙа һәм ағастарға ҡар һырыясаҡ. Башҡаланың ҡотҡарыу хеҙмәте ошо сәбәпле урамда айырыуса һаҡ булырға саҡыра. Водителдәргә лә юлға сығыуҙан тыйылып тороу кәңәш ителә.